Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.21 ↓

EUR 63.62 ↑

25 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә торлаҡ менән тәьмин ителгәнлек нормаһын арттырыу планлаштырыла

Иҡтисад

Торлаҡ менән тәьмин ителгәнлеккә килгәндә Өфөлә бер кешегә 20 квадрат метр тура килә. Был хаҡта Өфөлә Инвестициялар, күсемһеҙ милек һәм девелопмент форумы асылғандан һуң үткән брифингыла ҡала хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Владислав Никитин хәбәр итте.

— Был күрһәткес илдең башҡа мегаполистары араһында күпкә түбәнерәк, — тине ул. – Бүтән ҙур ҡалаларҙа был һан бер кешегә 22,6 квадрат метр тәшкил итә.

Владислав Никитиндың әйтеүенсә, Башҡортостандың баш ҡалаһында оҙайлы перспективала торлаҡ менән тәьмин ителеш нормаһын 26,5 квадрат метрға еткереү планлаштырыла.

Бынан тыш, беренсе вице-мэр, халыҡ торлаҡ һатып алырға әҙер, әммә уларға килемдәренең түбән булыуы ҡамасаулай, тип билдәләне. Яҡын арала бер нисә  социаль, шул иҫәптән ипотека программалары, шулай уҡ торлаҡтың үҙҡиммәтен кәметеү буйынса программалар әҙерләнәсәк.        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть