Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Өфөлә дини экстремизм сәбәптәре тикшерелә

Сәйәсәт

27 октябрҙә Өфөлә «Дини экстремизм: сәбәптәре һәм уны бөтөрөү юлдары» фәнни-ғәмәли семинары үтә. Уны ойоштороусы булып Мәскәү дәүләт лингвистика университеты сығыш яһай.

Семинарҙа ҡатнашыусылар – ғалимдар, дәүләт власы, Мәғариф министрлығы, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты вәкилдәре, мәктәп директорҙары, республиканың юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары уҡытыусылары.

«Башинформ» агентлығына Мәскәү дәүләт лингвистика университетының ғилми-тикшеренеү бүлеге начальнигы Андрей Кравцов хәбәр итеүенсә, әлеге тема күп милләтле һәм күп конфессиялы Башҡортостан республикаһы өсөн бик актуаль.

— Республикала дини һәм милли экстремизм хәүефһеҙлеге юҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды профессор. – Беҙҙең маҡсат – экстремизмды булдырмау. Бындай сирҙе дауалауға ҡарағанда, уны булдырмау күпкә хәйерлерәк.

Ғалим һүҙҙәренсә, Мәскәү дәүләт лингвистика университеты бындай осрашыуҙарҙы Рәсәйҙең күп милләтле һәм күп конфессиялы ҡалаларында йыш үткәрә.

Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков ҡунаҡтарға күрһәткән инициативалары өсөн рәхмәтен белдерҙе һәм республикаға бындай сараларҙың кәрәк булыуын билдәләне.

Башҡортостан экстремизмды булдырмау өсөн етди саралар күрә, тип билдәләне ул. Башҡортостандың барлыҡ мәсеттәре ике дини үҙәк – Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратына һәм республика мосолмандарының Диниә назаратына ҡарай. Иртәгә, семинар тамамланғас, унда ҡатнашыусылар квалификация күтәреү буйынса танытма аласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть