Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы водителдәрҙе юлдарҙа иғтибарлыраҡ булырға саҡыра

Йәмғиәт

Һамар-Өфө-Силәбе автомобиль магистрале идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, Ырымбур өлкәһенең, Башҡортостан һәм Татарстандың федераль кимәлдәге автомобиль юлдарында һауа шарттары насар булмаҡсы. Боҙлауыҡ, томан, ҡар ятыуы көтөлә. Күреү мөмкинлеге – 500-1000 метр.

Һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуы сәбәпле республика юлдарында ла хәрәкәт итеү ауырлаша.

Ошоға бәйле ярҙам хеҙмәте водителдәрҙе юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра.

Автотрассалар буйлап хәрәкәт итеүгә бәйле барлыҡ һорауҙар буйынса Һамар-Өфө-Силәбе автомобиль магистрале идаралығының тәүлек әйләнәһенә эшләүсе 8 (347) 228-12-18 телефонына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Бынан ваҡытлыса ял итеү майҙансыҡтары хаҡында мәғлүмәт алырға була, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть