10 декабрь, Шәмбе

27 октябрь 2011 йыл, 12:50

Стәрлетамаҡтың өс йөҙләп егете быйыл көҙ әрме сафын тулыландырасаҡ

автор: Людмила Терновая

Стәрлетамаҡта хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө үтте. Ҡалала ул һигеҙенсе тапҡыр ойошторола, тип хәбәр иттеләр урындағы хакимиәттең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.  

150 егет байрам ҡунаҡтары булды. Йола буйынса улар яугир-интернационалистар стелаһы янындағы мәңгелек утҡа, шулай уҡ Еңеү һәм Г.Жуков исемендәге скверҙарҙа сәскәләр һалды.

Ҡала мәҙәниәт һарайында буласаҡ Ватанды һаҡлаусылар өсөн ижади коллективтар ҡатнашлығындағы концерт ойошторолдо.    

Бынан һуң егеттәр Еңеү скверында ағастар ултыртты һәм 28949-сы хәрби часҡа экскурсияға барҙы. Бында йәштәр әрме көнкүреше менән танышты һәм хәрби хеҙмәткәрҙәр менән аралашты.

Быйыл көҙ Стәрлетамаҡтан өс йөҙгә яҡын егетте Ҡораллы Көстәргә саҡырыу планлаштырыла.