11 декабрь, Йәкшәмбе

27 октябрь 2011 йыл, 12:35

Өфөлә 70-тән ашыу студент мохтаждар өсөн ҡан тапшырҙы

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Полина Вишневская

Башҡорт дәүләт аграр университетының 70-тән ашыу студенты Башҡортостандың йәш гвардиясылары тарафынан ойошторолған Донор көнө сиктәрендә мохтаждар өсөн ҡан тапшырҙы. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» ойошмаһының төбәк бүлексәһе матбуғат секретары Полина Вишневская хәбәр итте.

Ҡан тапшырыусы студенттар 209 һум күләмендә аҡса һәм туҡланыуға талон алды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барлыҡ теләүселәр ҙә ҡан тапшыра алманы. Ҡан тапшырыу алдынан студенттар медицина тикшеренеүе үтте. Һөҙөмтәлә кемдеңдер ауырлығы етмәне (донор ауырлығы кәм тигәндә 50 килограмм булырға тейеш), кемдәлер ауырыуҙар асыҡланды.

— Ҡайһы бер студенттар ҡан тапшырырға өсөнсөгә килде, ҡайһылары был сарала тәүгә ҡатнаша, — тип һөйләне Полина Вишневская. — Әммә быға ҡарамаҫтан уларҙың һәр береһе кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарыуҙа ҡатнашҡаны өсөн ғорурлыҡ тойғоһон кисерҙе. Сөнки күп кешеләр донорҙар ҡанына мохтаж, ә уны табыуы бик ауыр.

темалар: йәш гвардия