Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан урмандарында 15 мең ҡырағай ҡабан иҫәпләнә

Иҡтисад

Башҡортостанда ҡабандар бер йылда 3 меңгә артҡан һәм бөгөн уларҙың иҫәбе 15 меңгә еткән, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығында үткән сусҡаларҙың Африка тағунын иҫкәртеү буйынса ғәҙәттән тыш комиссияһы ултырышында. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, ҡырағай ҡабандар ауырыуҙы төп таратыусылар булып тора. Ошо сәбәпле 2007 йылдан алып Рәсәй Федерацияһы субъекттарында шәхси хужалыҡтарҙағы сусҡаларҙың Африка тағуны вирусы менән зарарланыуының 12 сығанағы асыҡланған. Шуға күрә әле ҡырағай хайуандар иҫәбен ҡыҫҡартыу бурысы ҡуйылған.  

Шуға бәйле ҡыр ҡабандарына һунар асылған. Республиканың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы мәғлүмәтенә ярашлы, уҙған һунар миҙгелендә 1695 рөхсәт ҡағыҙы бирелгән булған. Лимит 2250 рөхсәткә тиң булғанда, 949 баш хайуан атып алынған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть