4 декабрь, Йәкшәмбе

27 октябрь 2011 йыл, 12:14

Республикала халыҡтың финанс белемен арттырыу буйынса программа раҫланды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Хөкүмәте «2011-2013 йылдарға Башҡортостан халҡының финанс белем кимәлен арттырыу» республика маҡсатлы программаһын раҫланы. Был хаҡта Милли банкыла үткән матбуғат конференцияһында республиканың финанстар министры урынбаҫары Рөстәм Аҡбашев хәбәр итте.

Ул төбәк халҡының финанс белемен арттырыуға йүнәлтелгән программаның биш төп этабында туҡталды. Тәү сиратта мәғлүмәт-консультация үҙәктәре булдырыласаҡ. Бындай үҙәктәр ауылдарҙа ойошторолған да инде. Ауыл хужалығы идаралығы нигеҙендә белгестәр халыҡҡа субсидия, дотациялар хаҡында мәғлүмәт бирә, документтар юллауҙа ярҙам итә.  

Банк продукттарын пропагандалау өсөн махсус баҫма продукция булдырылған. Уны таратыу шулай уҡ республика программаһының бер этабы булып тора. Мәктәп уҡыусылары ла финанс белем аласаҡ. Шулай уҡ «Өсөнсө быуын халыҡ университеты»на йөрөүсе пенсионерҙар өсөн курстар планлаштырыла. Интернет менән ҡулланыусылар махсус порталға инеп финанс белемдәрен арттыра ала.

Республика программаһы сиктәрендә социологик тикшеренеүҙәр ҙә планлаштырылған. Улар республикала финанс хеҙмәттәрен ҡулланысылар менән кире бәйләнеш булдырырға ярҙам итәсәк.

Программа өс йылға иҫәпләнгән. Күҙалланыуынса, финанслау күләме 19 миллион 630 мең һум тәшкил итә. Шуларҙың 9 миллионы республика бюджетынан йүнәлтеләсәк, ҡалғандары бюджеттан тыш сығанаҡтарға тура килә. Йыл аҙағынаса был маҡсаттарға 1 миллион 720 мең һум йәлеп ителәсәк.

Республика халҡының финанс белеменә сығымдарҙың бер нисә тапҡырға артыуы ла ихтимал. Милли банк рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов әйтеүенсә, Рәсәйҙең өс төбәгендә финанс белемде арттырыу буйынса пилот проекты торомошҡа ашырыла. Алдағы арала ул йәнә 8 төбәкте үҙ эсенә аласаҡ. Потенциаль ҡатнашыусылар араһында Башҡортостан да бар.