10 декабрь, Шәмбе

27 октябрь 2011 йыл, 12:07

Йыл башынан алып Башҡортостанға ситтән 2000 тонна сусҡа ите килтерелгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

2011 йылдың 9 айында республика баҙарына Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 2000 тонна сусҡа ите килтерелгән. Республиканың ит эшкәртеү предприятиеларына 5900 тонна сус ит тапшырылған, был эшкәртелгән продукцияның дөйөм күләменән 50 процентты тәшкил итә. БР Ауыл хужалығы министрлығының Африка тағунын иҫкәртеү буйынса ғәҙәттән тыш комиссияһы ултырышында ошондай мәғлүмәт бирелде. Күҙәтеү ведомстволары ситтән килтерелгән итте тикшереүен дауам итә. Ветеринария идаралығынан ситтән сусҡа ите ҡайтарыуҙың 60 осрағы буйынса ризалыҡ алынған.

темалар: Африка тағуны