3 декабрь, Шәмбе

27 октябрь 2011 йыл, 11:49

Башҡортостан аграрийҙары тәүге ҡарҙа көнбағыш йыйыуҙы тамамлай

автор: Ғәлиә Нәбиева

Тәүге ҡар Урал аръяғы райондары аграрийҙарына иң һуң өлгөрөүсе техник культура – көнбағыш йыйыуҙы тамамларға ҡамасауламаясаҡ. Урып һуғыу эштәрен тәүге һыуыҡтарҙа ла алып барырға мөмкин. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, кисә көньяҡ-көнсығыш райондарҙың күбеһендә ҡар яуҙы. Әбйәлил районында 1,5-2-сантиметр ҡалынлығында ҡар һалған.

— Беҙгә 3 меңгә яҡын гектарҙа көнбағыш йыйып алырға ҡалды, — тип хәлдәргә аңлатма бирҙе райондың ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Ирек Хәсәнов. – Был культураның ҙур өлөшө «Красная Башкирия» ауыл хужалығы етештереү кооперативына тура килә. Быйыл хужалыҡ гибридты уңышлы һайламаны, өлгөрөү ваҡыты оҙаҡҡа һуҙылды. Әммә был баҫыуҙарҙағы техник культураның уңышы яҡшы – гектарынан 20 центнерға тиклем.

Ауыл хужалығы идаралығы башлығының әйтеүенсә, урып һуғыу техникаһы етерлек. «Красная Башкирия»ның үҙендә генә яңы 6 комбайн баҫыуға сығырға әҙер. Көнбағыштың дымлылығы кәмеһен өсөн, әле агрономия хеҙмәте минус етегә тиклем һыуытыуын көтә, был урып һуғыуҙы күпкә еңеләйтәсәк һәм көнбағыш орлоғо сифаттарын яҡшыртасаҡ.  

БР Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре, Урал аръяғы райондарында һауа торошоноң үҙгәреүе көнбағышты урып йыйыу темптарына йоғонто яһамаясаҡ, тип иҫәпләй. Көнбағыш сәселгән майҙандар ҙур түгел, шуға күрә ураҡ эштәрендә өҙөклөктәр булыр, тигән хәүеф юҡ, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.