8 декабрь, Кесе йома

27 октябрь 2011 йыл, 11:03

Өфөлә сәйәси репрессиялар ҡорбандарын иҫкә алыу сараһы үткәрелә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә сәйәси репрессиялар ҡорбандары хөрмәтләп иҫкә алынасаҡ. Ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, 30 октябрҙә, Сәйәси репрессиялар ҡорбандарын иҫкә алыу көнөндә, Еңеүҙең 50 йыллығы исемендәге скверҙағы һәйкәлгә сәскәләр һалыу тантанаһы үтәсәк.

Шулай уҡ ҡала хакимиәте менән сәйәси репрессияларҙан зыян күргәндәргә, шулай уҡ аҡланғандарға ярҙам итеү акцияһы ла ойошторола. Уларҙың барыһына ла бүләктәр тапшырыласаҡ.  

Хәтер көнө 1991 йылда булдырылған һәм шунан башлап йыл һайын билдәләнә. Был — 1930-сы йылдарҙа башланған һәм 1937-38 йылдарҙа айырыуса ҙур күләм алған сәйәси репрессиялар ҡорбандарын хөрмәтләп иҫкә алыу көнө. Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, бер Башҡортостанда ғына 50 меңдән ашыу кеше репрессияланған. Өфөлә әлеге ваҡытта сәйәси репрессияларҙан зыян күргән өс меңләп кеше йәшәй.

Рәсәй Генераль прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса, «Сәйәси репрессиялар ҡорбандарын реабилитациялау тураһында»ғы закон ғәмәлгә индерелгәндән алып 900 меңдән ашыу кешегә ҡарата асылған 636 меңдән ашыу енәйәт эше ҡабаттан ҡаралған.  Һөҙөмтәлә шуларҙың 637 меңе аҡланған. Улар араһында билдәле ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, дини лидерҙар ҙа бар. Мәҫәлән, Мәскәү һәм бөтә Рәсәй Патриархы Тихон, артист яҡташыбыҙ Рудольф Нуриев һәм башҡалар.