11 декабрь, Йәкшәмбе

27 октябрь 2011 йыл, 10:45

Пенсия фонды «2011 йылдың иң яҡшы страховкалаусыһын» һайлай

автор: Ғәлиә Нәбиева

Рәсәй Пенсия фонды «Мотлаҡ пенсия страховкалауы буйынса иң яҡшы страховкалаусы–2011» бөтә Рәсәй конкурсына старт бирҙе.

Унда ҡатнашыу өсөн ни бары Рәсәй Пенсия фондына мотлаҡ пенсия страховкалауына страховка иғәнәләрен ваҡытында түләү кәрәк. Бынан тыш, эш биреүсегә һәм страховкаланған граждандарға ҡарата пенсия ҡануниәтен боҙоу тураһындағы ялыуҙар булмаҫҡа тейеш.

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, еңеүселәр дүрт категорияла билдәләнәсәк.

Иң яҡшы страховкалаусылар дипломдар менән бүләкләнәсәк. Киләһе йылдың майында, 2011 йыл өсөн иҫәп-хисап тапшырылғандан һуң, конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ.

2010 йылда конкурста Рәсәй Федерацияһының барлыҡ субъекттарынан 6,5 миллиондан ашыу эш биреүсе ҡатнашҡан. Башҡортостанда иң намыҫлы һәм яуаплы эш биреүселәр 217 теркәлгән страховкалаусы һәм шәхси эшҡыуар араһынан һайланған. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса уларҙың 16-һы почетлы дипломдарға лайыҡ булған.