6 декабрь, Шишәмбе

27 октябрь 2011 йыл, 9:27

Өфөлә тимер юл аша йәйәүлеләр күпере реконструкциялана

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөнөң Дим районында тимер юл аша йәйәүлеләр күпере реконструкциялана башланы. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы – Куйбышев тимер юлының корпоратив коммуникациялар хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

900 метрҙан ашыу оҙонлоғондағы күпер Дим районының кешеләр йәшәгән яғын бер нисә тимер юл предприятиелары менән тоташтыра һәм Дим сорттарға айырыу станцияһы территорияһы менән тиҫтәләгән тимер юлдар аша хәүефһеҙ үтергә мөмкинлек бирә. Был районда йәмғеһе 20-нән ашыу тимер юл предприятиелары тупланған.  

Күперҙең тәүге сираты 1951 йылда уҡ төҙөлгән. 2010 йылда күперҙе реконструкциялау тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ремонт эштәрен, айырым участкаларҙы ябып, этаптарға бүлеп үткәреү планлаштырыла. Шуның арҡаһында йәйәүлеләр өсөн уңайһыҙлыҡтар кәметеләсәк.

Йыл аҙағына тиклем күперҙе ремонтлауға 100 миллион һум самаһы аҡса һалыу күҙаллана. Реконструкция 2013 йылда тамамланырға тейеш.

темалар: тимер юл