11 декабрь, Йәкшәмбе

27 октябрь 2011 йыл, 10:12

Рөстәм Хәмитов Сауд Ғәрәбстанының тәхеткә ултырырға тейешле принцы үлеп ҡалыу сәбәпле матәм тантанаһында ҡатнашты

автор: «Башинформ»

26 октябрҙә Сауд Ғәрәбстанының баш ҡалаһы Эр-Риядта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев ҡушыуы буйынса Рәсәйҙең рәсми вәкиле булараҡ Сауд Ғәрәбстаны Короллегенең тәхеткә ултырырға тейешле принцы, Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары, оборона һәм авиация министры, Ҡораллы көстәренең Генераль инспекторы Солтан бен Абдель Азиз Аль-Сауд үлеп ҡалыу сәбәпле  ҡайғы уртаҡлашыу матәм тантанаһында ҡатнашты.

Башҡортостан Президентын принц Наиф бен Абдель Азиз Аль Сауд ҡаршы алды. Рөстәм Хәмитов Король ғаиләһе ағзаларының, Короллектә йәшәүселәрҙең ҡайғыһын уртаҡлашты һәм мәрхүмдең Сауд Ғәрәбстанын нығытыуға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергән көслө лидер һәм билдәле сәйәсмән булыуын билдәләне.

— Был ҡайғылы юғалтыу сәбәпле һеҙҙең, яҡындарығыҙҙың һәм Сауд Ғәрәбстаны халҡының ҡайғыһын уртаҡлашам, — тине Башҡортостан Президенты Король ғаиләһе ағзалары менән осрашыуҙа.

Наиф бен Абдель Азиз Аль Сауд үҙ сиратында Сауд Ғәрәбстанының Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан менән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен үҫтерергә һәм нығытырғы йыйынғанын белдерҙе, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте. Әйткәндәй, Совет Рәсәйенең ғәрәп илдәрендәге тәүге тулы хоҡуҡлы вәкиле Кәрим Хәкимов нәҡ Башҡортостандан.