Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.55 ↑

EUR 63.61 ↓

24 май, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарын ҡар ҡаплаған

Йәмғиәт

Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарын ҡар ҡаплаған. Хәҙер Сибайҙың һәм уның эргә-тирә биләмәләренең тышҡы күренеше ҡыш урталарын хәтерләтә.

«Башинформ» агентлығына Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Рәсүл Байгилдин хәбәр итеүенсә, ҡар көн элгәре иртәнге сәғәт һигеҙҙәрҙә яуа башлаған һәм ике тәүлек тирәһе дауам иткән. Урамдарҙа көрт ята, һауа температураһы аҙ ғына нулдән түбәнерәк.

Бының сама күп ҡар яуыуы – Сибай өсөн ғәҙәттән тыш хәл. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, республиканың күпселек райондарында кеүек үк, ҡар йышыраҡ ноябрь башында яуа һәм ҡар ҡатламы яйлап ята.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть