2 декабрь, Йома

26 октябрь 2011 йыл, 17:06

Өфөлә Волга буйы федераль округындағы VI дөйөм Рәсәй медицина форумы үтәсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Өфөлә 27-28 октябрҙә Волга буйы федераль округындағы VI дөйөм Рәсәй медицина форумы үтәсәк. Сара Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының «Медик» мәҙәниәт һарайында уҙғарыласаҡ. Шунда уҡ иртәгә пленар ултырыш буласаҡ, унда йәмәғәт медицина ойошмаларының һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыу өлкәһендәге роле тикшереләсәк, һаулыҡ һаҡлауҙың заманса тенденциялары, медицина хеҙмәткәрҙәрен әҙерләүҙә яңы белем биреү технологиялары ҡараласаҡ.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Волга буйы федераль округтары субъекттарының закондар сығарыу йыйылыштары депутаттары, һаулыҡ һаҡлауға идара итеү органдары етәкселәре һәм баш белгестәре, медицина учреждениеларының баш табиптары, страховкалу компаниялары етәкселәре форумда ҡатнашыуға саҡырылған.

Форум киләһе маҡсаттарҙа үткәрелә: төбәктең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә оптималь ойоштороу-методологик формаларҙы, яңы юғары технологияларҙы ҡулланылышҡа индереү, шулай уҡ медицина, закон сығарыу һәм башҡарма власть, гражданлыҡ йәмғиәте структуралары вәкилдәрен берләштереү. Форум программаһында һаулыҡ һаҡлауҙың төрлө өлкәләре буйынса түңәрәк өҫтәлдәр ҡаралған.