8 декабрь, Кесе йома

26 октябрь 2011 йыл, 16:38

27 октябрҙә Өфөлә Инвестициялар, күсемһеҙ милек һәм девелопмент форумы асыла

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Кесаҙна, 27 октябрҙә, Өфөләге «Аҡбуҙат» ипподромының төп күргәҙмә майҙанында Инвестициялар, күсемһеҙ милек һәм девелопмент форумы асыла. Уның сиктәрендә традицион «Күсемһеҙ милек. Көҙ–2011» күргәҙмә-йәрминкәһе һәм эшлекле саралар үтәсәк. Профессионалдар өсөн һәр төрлө конференциялар, семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, халыҡ өсөн консультациялар, оҫталыҡ кластары һәм тренингылар үткәреләсәк.

Форумды асыу тантанаһына БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афониндың, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүдовтың, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаровтың һәм башҡаларҙың ҡатнашыуы көтөлә.

Форумды асыу тантанаһынан һуң журналистар өсөн брифинг ойоштороласаҡ.

Үткәреү урыны –«Аҡбуҙат» ипподромы.

Башлана – 11 сәғәттә.

темалар: анонс