5 декабрь, Дүшәмбе

26 октябрь 2011 йыл, 16:31

Башҡортостан музыканттары абруйлы халыҡ-ара баянсылар конкурсында наградалар яуланы

автор: Сергей Захаров

Өфө сәнғәт училищеһының икенсе курс студенттары Альберт Шафиҡов һәм Юнир Әхмәтйәнов Францияның Рубэ ҡалаһында үткән «Sur 3 not’s» халыҡ-ара баянсылар конкурсында еңеү яуланы. Төрлө номинацияларҙа һәр береһе алтын һәм көмөш миҙалдарға лайыҡ булды, тип хәбәр иттеләр Өфө сәнғәт училищеһынан.

Альберт менән Юнир Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Евгений Супрун класында белем ала. Уның уҡыусылары һуңғы биш йылда бер нисә тапҡыр был абруйлы конкурс лауреаты булған.

Бығаса юғары наградаларға Ильмир Халиков, Радмир Исмәғилев, Илшат Йәмилев һәм Артур Латыпов лайыҡ булған.