11 декабрь, Йәкшәмбе

26 октябрь 2011 йыл, 16:18

Республиканың баш ҡалаһында сәнәғәт производствоһы индексы үҫә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөлә ҡала хужалығы һәм социаль өлкә тармаҡтары тотороҡло үҫә. Был хаҡта баш ҡала мэрияһында үткән матбуғат конференцияһында Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Альбина Йосопова хәбәр итте.

Уның әйтеүенсә, ағымдағы йылдың ғинуар-сентябрендә сәнәғәт производствоһы индексы 108,5% тәшкил иткән. Транспорт средстволары һәм ҡорамалдар производствоһы (99,8%), нефть продукттары (96,9%), аҙыҡ-түлек продукттары (92,6%), шулай уҡ резина һәм пластмасс изделиелар (85,7%) етештереүҙән тыш иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә төрөндә лә сәнәғәт производствоһы индексының үҫеше күҙәтелә.

Ҡаланың ҙур һәм уртаса предприятиелары 375 млрд һумлыҡ үҙҙәре етештергән продукция тейәгән һәм эштәр башҡарған. Бында 2010 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 26 процентлыҡ үҫеш күҙәтелә. Туғыҙ айҙа ҙур һәм уртаса предприятиелар буйынса инвестициялар күләме 20,6 млрд һумды тәшкил иткән,  2010 йылдың ошо уҡ осорондағы кимәлгә ҡарағанда был күпкә артығыраҡ.