4 декабрь, Йәкшәмбе

26 октябрь 2011 йыл, 16:02

Өфөлә «Евро-Өфө-Азия-2011» мода форумы үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

2 һәм 3 ноябрҙә Өфөлә, «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында, «Текстиль һәм мода» XII махсус күргәҙмә сиктәрендә «Евро-Өфө-Азия – 2011» мода форумы үтәсәк.

Баш ҡаланың мода һәм матурлыҡ индустрияһы предприятиеларының абруйын арттырыу, производствоны заманаға ярашлы итеп үҫтереү, предприятиеларҙың ижади мөмкинлек потенциалын асыу, шулай уҡ халыҡты хеҙмәтләндереү өлкәһендә артабан бәләкәй бизнесты үҫтереү өсөн шарттар булдырыу сараның төп маҡсаттары булып тора.

«Евро-Өфө-Азия» йыл һайын яңы исемдәр аса. Тамашасыларҙы авторлыҡ коллекцияларын күрһәтеү көтә, йәш дизайнерҙар, рәссам-модельерҙар һәм ҡайтанан асылған ательелар үҙ эштәрен тәҡдим итәсәк. 2 ноябрҙә 15 сәғәттә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайының өсөнсө ҡатында үтәсәк йомғаҡлау сараһы сағыу һәм ҡыҙыҡлы булыуға оҡшай.

Мода форумында ҡатнашасаҡ предприятиелар, бәләкәй һәм урта бизнес субъекттары, кейем тегеү буйынса ательелар, Башҡортостандың ирекле дизайнерҙары үҙ эштәрен тәҡдим итеп, заманса кейем тегеү предприятиеларының иғтибарын йәлеп итә аласаҡ, тип иҫәпләй сараны ойоштороусылар — Өфө хакимиәте һәм Башҡортостан күргәҙмә компанияһы.

темалар: мода форумы