Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Башҡорт медицина университеты студенттары 35 литрҙан ашыу ҡан тапшырҙы

Йәмғиәт

«Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе активистары Башҡорт дәүләт медицина университетында Донор көнөн үткәрҙе. Юғары уҡыу йорто шифахана-профилакторийына ҡан тапшырыу өсөн 89 кеше килде.

«Башинформ» агентлығына «Йәш Гвардия»ның төбәк бүлексәһенең матбуғат секретары Полина Вишневская хәбәр итеүенсә, акцияла ҡатнашыусы донорҙар һаны көтөлгәндән күпкә күберәк булған. Һөҙөмтәлә 35 литрҙан ашыу ҡан тапшырылған.

— Ҡан тапшырыу – һәр кемдең үҙ ихтыярында, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Өфөнөң Совет районындағы «Йәш Гвардия» партияһының беренсел штабы начальнигы Роберт Иштуков. — Әммә бындай изгелек тейешенсә баһаланырға тейеш. Шуның өсөн һәр донор 2 көнгә дәрестәрҙән бушатыу справкаһы, 209 һум һәм университет ашханаһында туҡланыуға талон алды. Күпселек студенттар бөгөн тәүгә килгән. Уларҙың был аҙымы менән яҡындары ғорурлана ала.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостан йәш гвардиясылары башланғысы менән Донор көндәре ҡаланың башҡа юғары уҡыу йорттарында ла үткәрелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть