11 декабрь, Йәкшәмбе

26 октябрь 2011 йыл, 14:55

Күмертауҙа «Халыҡ-ара диалог: «Башҡортостан - Германия» фестивале үтте

автор: Евгений Рәхимҡолов

Күмертауҙа Башҡортостанда милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған «Халыҡ-ара диалог: «Башҡортостан — Германия» фестивале үтте. Был турала Күмертауҙың рәсми сайтында хәбәр ителә. Фестивалде ойоштороуҙа ҡала хакимиәте, Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты, «Башҡортостан – Германия» дуҫлыҡ йәмғиәтенең Күмертау бүлексәһе, ҡаланың мәғариф учреждениелары ҡатнашҡан.

Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Мәләүез, Туймазы һәм Ишембайҙан килгән фестиваль ҡунаҡтары урындағы тыуған яҡты өйрәнеү музейында булған, унда ҡала тарихы һәм Күмертау менән Германия араһындағы тәүге дуҫлыҡ бәйләнештәренең ҡасан булдырылыуы менән танышҡан.

Фестиваль сиктәрендә Күмертауҙағы Өфө дәүләт авиация техник университеты филиалы базаһында «Кем Германияны яҡшыраҡ белә?» тип аталған брейн-ринг уйыны ойошторолған. Унда республика вуздары һәм колледждарынан ете студенттар отряды ҡатнашҡан. Фестиваль Ҡала мәҙәниәт һарайындағы ҙур концерт менән тамамланған.