Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Иң яҡшы эшҡыуарҙар билдәле булды

Иҡтисад

«Йыл эшҡыуары-2011» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Бүләкләү тантанаһы «Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар — үҫеш территорияһы» республика форум-күргәҙмәһе сиктәрендә Стәрлетамаҡта үтәсәк, тип хәбәр иттеләр БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында.

Ағымдағы йылда конкурсҡа 20 муниципаль район һәм ҡала округтарынан 50-нән ашыу заявка ҡабул ителгән. Номинацияларҙа еңеүселәрҙе билдәләү еңелдән булмаған, сөнки бар номинанттар ҙа быға лайыҡлы.

Конкурсанттар бер нисә критерий буйынса баһаланған. Был етештереү күләмдәренең һәм табыштың артыуы, хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы кимәле, инновацион технологиялар һәм проекттар индереү. Наградалар тотороҡло бизнес алып барғандары, хәйриә эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштары өсөн, эшҡыуарлыҡ берләшмәһе мәнфәғәттәрен яҡлаған өсөн биреләсәк.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть