7 декабрь, Шаршамбы

26 октябрь 2011 йыл, 14:09

Мәләүез районында Хакимиәт көндәре үтә

автор: Людмила Терновая

Октябрь башынан Мәләүез районының 16 ауылында Хакимиәт көндәре үтте. Саралар сиктәрендә район етәкселеге халыҡ менән осрашыуҙар ойошторҙо, тип хәбәр итә райондың мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

— Халыҡ проблемаларын хәл итеү көнүҙәк мәсьәлә булып тора, — тип билдәләне Мәләүез районы башлығы Малик Вәхитов. – Хакимиәт көндәре генә түгел, ҡаланың һәм райондың барлыҡ хеҙмәттәре эше лә быға йүнәлтелгән.

Хакимиәт көндәрен үткәреү барышында халыҡ туранан-тура район етәкселеге менән аралаша алды. Кешеләр, нигеҙҙә, көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, юлдарҙы төҙөкләндереү, һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итте.

Ҡайһы бер һорауҙар урында уҡ хәл ителде. Улар араһында – Нордовка ауылындағы балалар баҡсаһын компьютер менән тәьмин итеү, Восточный ауылы урамына газ үткәреү.

Шулай уҡ халыҡ ауылдарҙы һыу менән тәьмин итеү, ҡайһы бер ауылдарҙа кәрәҙле элемтә, интернет селтәренә сығыу мөмкинселеген булдырыу кеүек мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итте, уларҙы хәл итеү өсөн, әлбиттә, оҙағыраҡ ваҡыт кәрәк.

Ағымдағы ай аҙағынаса хакимиәттең мобиль төркөмдәре Мәләүез районының барлыҡ 94 ауылы халҡы менән осрашасаҡ. Киләсәктә район етәкселеге ошондай уҡ осрашыуҙарҙы Мәләүездең хеҙмәт коллективтары менән ойошторорға уйлай.