Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Бер аҙнала республиканың 15 мең кешеһенә киҫкен вируслы инфекция диагнозы ҡуйылған

Йәмғиәт

Уҙған аҙна йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда 15 мең кеше киҫкен респиратор вируслы инфекция менән ауырый башлаған. Пациенттарҙың 70 проценттан ашыуы –  14 йәшкә тиклемге балалар. Роспотребнадзорҙың республикалағы идаралығында ауырыусылар иҫәбенең 8,8 процентҡа артыуын билдәләйҙәр. Грипп осраҡтары теркәлмәгән.  

Башҡортостандың баш ҡалаһында вируслы инфекция диагнозы дүрт меңгә яҡын ҡала кешеһенә ҡуйылған. Табиптарға мөрәжәғәт итеүселәр араһында йәнә балалар өҫтөнлөк итә. Бынан алдағы аҙна менән сағыштырғанда ауырыусылар һаны 3,8 процентҡа артҡан. Киҫкен респиратор вируслы инфекция менән ауырыу кимәле эпидемик сиктән 31,7 процентҡа түбән.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть