8 декабрь, Кесе йома

26 октябрь 2011 йыл, 12:15

Башҡортостан аграрийҙары импорт ҡорамалдар поставкалаусылар менән аралашсыһыҙ эшләйәсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

Германияның эре компаниялары вәкилдәре республика аграрийҙарына аралашсыһыҙ, туранан-тура хеҙмәттәшлек итергә тәҡдим итте. Бында мал һуйыу, ит эшкәртеү, балыҡ үрсетеү һәм эшкәртеүҙә ҡулланылған ҡорамалдар тураһында һүҙ бара. Көн элгәре БР Ауыл хужалығы министрлығында үткән осрашыуҙа берлектәге хеҙмәттәшлек варианттары тикшерелде. Республиканың агросәнәғәт комплексы предприятиелары етәкселәре һәм Германияның EMF Lebensmitteltechnik-Anlagenbau GmbH компанияһы менән «Штрубе-Рус» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре хеҙмәттәшлектән нимә көтөүҙәре тураһында һөйләне.

Республикала һөт һәм ит малсылығын үҫтереү буйынса ҙур тармаҡ программалары тормошҡа ашырылғанға күрә, Башҡортостандың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре өсөн ҙур булмаған объекттар төҙөү һәм ҡорамалдар һатып алыу көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Уларға немец коллегалары ярҙам итергә әҙер.

Шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш, бойҙай, арыш һәм рапс орлоҡтарын селекциялау, үҫтереү һәм һатыу менән шөғөлләнгән «Штрубе-Рус» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Башҡортостан етештереүселәренә күптән таныш. Шуға ла осрашыуҙа рапс, шәкәр сөгөлдөрө эшкәртеүҙә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре лә тикшерелде, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.