Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Салауатта республиканың иң көслө батырҙары көс һынашасаҡ

Йәмғиәт

5 һәм 6 ноябрҙә Салауат ҡалаһының «Олимпиясы» спорт-сәләмәтләндереү комплексында милли көрәш буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге һәм чемпионаты үтәсәк.

Ярыштарҙы Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Мәғариф министрлығы һәм Милли көрәш һәм билбау көрәше федерацияһы ойоштора.

Сарала республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтары спортсылары ҡатнаша ала. Республика турниры һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшылары Рәсәй кимәлендәге ярышта сығыш яһау хоҡуғына эйә буласаҡ.

16-18 йәшлек егеттәр араһында еңеүселәр һигеҙ ауырлыҡ категорияһында билдәләнәсәк. Өлкәндәр араһында еңеүселәр туғыҙ ауырлыҡ категорияһында һайланасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть