10 декабрь, Шәмбе

26 октябрь 2011 йыл, 10:47

Рөстәм Хәмитов Толбазыла ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашты

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ауырғазы районы үҙәге хакимиәтендә алты райондың ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашты. Бындай осрашыуҙар һуңғы арала йолаға әүерелде.

— Минең өсөн был дежур саралар түгел, — тип билдәләне республика Президенты, кәңәшмәне асып. — Был осрашыуҙарҙа беҙ үҙ-ара танышабыҙ, проблемаларҙы тикшерәбеҙ. Шулай булырға тейеш тә. Элек бындай осрашыуҙар үткәрелмәгәнен, түбән звено етәкселәренең Президент, республика Хөкүмәте менән тығыҙ аралашмағанын аңлайым. Әммә хәҙер заман яңы форматта аралашыуға күсеүҙе талап итә. Был беҙҙең барыбыҙға ла кәрәк.

Ауыл хакимиәттәре бөгөн, һис шикһеҙ, халыҡҡа иң яҡын торған, халыҡ ихтыяждарын яҡындан белгән власть. Ауылда барған ваҡиғалар, кешеләр тормошо уларҙың компетенцияһында, бының өсөн улар яуаплы. Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, ул ауыл биләмәләре башлыҡтары аша ябай халыҡтан сигналдар алып, улар ярҙамында халыҡ тормошо сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән сәйәсәт алып барырға теләй.

Дөйөм алғанда Башҡортостандың иҡтисади үҫеше быйыл насар түгел, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Сәнәғәт производствоһы 10 процентҡа артҡан, ауыл хужалығында 3,2 миллион тонна иген уңышы алынған.  

— Әммә беҙ һандар артынан ҡыумайбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙҙең өсөн сифат һәм уңышты тиҙ арала йыя белеү мөһимерәк.  

Республика Президенты әйтеүенсә, төбәк территорияһында ауыл хужалығын үҫтереүгә һәр яҡлап булышлыҡ итеүҙе ул үҙенең бурысы итеп иҫәпләй. Быйыл яҙҙан Башҡортостанда ауыл хужалығына ныҡлы финанс ярҙамы күрһәтелә башланы. Сәсеү кампанияһы һәм ураҡ осоронда яғыулыҡҡа хаҡтар кәметелде, яңы техника һатып алыуҙа сығымдарҙың байтаҡ өлөшө ҡапланды, ошоноң арҡаһында быйыл республикала өс мең самаһы ауыл хужалығы техникаһы һатып алынды. Был ярайһы ҙур һан, әммә, Рөстәм Хәмитов фекеренсә, был ғына аҙ. Бөгөн Башҡортостанда 3,5 меңләп комбайн эшләй. Улар кәм тигәндә биш-алты мең булырға тейеш. Әгәр бер комбайндың хаҡы дүрт-биш миллион һумдан кәм булмауын иҫәпкә алғанда, төбәккә кәрәкле техника һатып алыуға һигеҙ миллиард самаһы аҡса кәрәк. Тракторҙар менән дә шундай уҡ хәл. Башҡортостанда 17 мең трактор бар, ә төбәккә кәмендә 25 мең кәрәк.

Рөстәм Хәмитовтың билдәләүенсә, әле ауыл хужалығын үҫтереү стратегияһын билдәләргә кәрәк. Ауыл хужалығы продукцияһын тәрән эшкәртеүҙе үҫтерергә кәрәклеге аңлашыла. Төбәк әлегә, үкенескә күрә, башлыса сеймал һата. Әммә иген, ит һәм һөт продукцияһын тәрән эшкәртеү ҡатмарлы һәм ҡыйбатлы предприятиелар булдырыуҙы күҙ уңында тота. Ауыл хужалығын модернизациялауға ҙур ресурстар кәрәк. Республиканың хәҙерге тупланма бюджеты бындай йөктө күтәрергә әҙер түгел. Был иһә ресурстарҙы ситтән йәлеп итергә, инвесторҙар табырға, йәки бәләкәй процент менән оҙайлы ваҡытҡа ҙур кредиттар алырға кәрәклеген аңлата.

Ауылды үҫтереү ауыл хужалығы үҫешен генә түгел, тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереүҙе лә күҙ уңында тота. Төбәк башлығы халыҡтың яҡшы йорттарҙа йәшәүен, урамдары төҙөк һәм яҡтыртылған, газ, һыу үткәргестәр, электр энергияһы булыуын, яңы йорттарҙың инфраструктуралы урында төҙөлөүен теләй.

Ауыл урамдарҙы таҙартыу, сүп-сар эшкәртеү кеүек иң ябай мәсьәләләрҙе хәл итеү планында ла ҙур иғтибар талап итә. Сөнки ауылдарҙың күбеһендә сүп-сарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү пункттары юҡ. Ә ҡый-ғыпыр күләмдәре көндән-көн арта. Бөгөнгө көнгә тиклем был проблема бер нисек тә хәл ителмәне. әммә хәҙер, Рөстәм Хәмитовтың әйтеүенсә, ҙур ауылдар янында ҡалдыҡтарҙы айырыу һәм ҡайтанан эшкәртеү өсөн ҡорамалдар ҡуйыу планлаштырыла.

Бынан тыш, 2012 йылдан башлап республикала тораҡ пункттарҙағы урамдарҙы тҙөкләндереү эштәре башаланасаҡ. Бында мотлаҡ асфальт һалыу тураһында һүҙ бармай, шулай ҙа һәр ауыл үҙәгендә ул булырға тейеш. Ауыл урамдарында ниндәй ҙә булһа ҡаты япманың булыуы кәрәк.

Бөгөн, республика Президенты фекеренсә, кешеләр үҙҙәре ҙур булмаған предприятие йәки оҫтахана асһын, өҫтәмә аҡса эшләү мөмкинлеге алһын өсөн,  ауыл ерендә халыҡҡа иҡтисади әүҙем тормош алып барырлыҡ шарттар булдырырға кәрәк.

Рөстәм Хәмитовтың билдәләүенсә, республикала хәҙер ауыл биләмәләре менән эш яңыса алып барыласаҡ.  Был ауыл өсөн техника һатып алыуҙы, уларға билдәле финанс ресурстары бүлеүҙе күҙ уңында тота.  

Аҡса менән тәьмин итеү эштәре Башҡортостанда ике йүнәлештә алып барыласаҡ. Беренсенән, был субсидиялар. Ауыл биләмәләренә 100-әр мең һум аҡса бүленгән дә инде. Әгәр финанс мөмкинлектәр булһа, уларға тағы 100 – 200-шәр мең биреләсәк. Ҡайһы бер райондарҙа ошо ҙур булмаған аҡсаға юлдарға үҙ аллы ремонт үткәрелә. Икенсенән, субсидиялар бүлеүҙән тыш, һалымдарҙың бер өлөшөн ауылдарҙа ҡалдырыу буйынса эш алып барыласаҡ.  

— Бөгөн барыһы ла үргә китә, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бындай ҡараш дөрөҫ түгел. Беҙгә аҡсаны ауылда ҡалдырырға, ауылға йөҙөбөҙ менән боролорға кәрәк.  

Дөйөм алғанда, ауыл темаһы бик ҙур һәм бөтә яҡлап тикшереүҙе талап итә. Рөстәм Хәмитовтың әйтеүенсә, ул республика Хөкүмәтенә ауыл хужалығын үҫтереү стратегияһын әҙерләргә ҡушҡан. Был документ производство структураһы, иҡтисад үҙгәрешен иҫәпкә алып әҙерләнәсәк һәм алдағы бер нисә йылға аграр тармаҡ үҫеше тенденцияһын билдәләйәсәк.