3 декабрь, Шәмбе

26 октябрь 2011 йыл, 11:51

Белоретта беренсе Әсәләр форумы үтте

автор: Сергей Захаров | фото: Ольга Колесникова

Белорет ҡалаһы һәм районы табиптары, педагогтары, мәҙәниәт, социаль яҡлау хеҙмәткәрҙәре, күп балалы әсәләре, йәмәғәтселек вәкилдәре, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, предприятие һәм учреждение етәкселәре 25 октябрҙә беренсе төбәк Әсәләр форумына йыйылды.

Форум сиктәрендә ғаилә, әсәлек һәм балалыҡ мәсьәләләрен хәл итеүҙә йәмәғәт һәм ветерандар ойошмаларының роле тикшерелде. Шулай уҡ инвалид балаларға, күп балалы һәм тәрбиәгә алыусы ғаиләләргә, ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә, ауылда йәшәүсе ҡатындарға социаль ярҙам күрһәтеү тураһында ла һүҙ барҙы. Был хаҡта район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Ольга Колесникова хәбәр итте.

Гүзәл заттарға балаларҙы тәрбиәләү буйынса намыҫлы хеҙмәте, ғаиләне нығытыуға, ғаилә традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Белорет районы хакимиәте башлығынан рәхмәт хаттары тапшырылды.

Белорет йүгереүсеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Лилия Шобухова һәм уның әсәһе Наталья Дмитриева ла наградаһыҙ ҡалманы.

Биш бала әсәһе Мәүлиҙә Мөхәмәтйәноваға район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Тләүбаев торлаҡ алыуға социаль түләү биреү тураһындағы танытма тапшырҙы.

Белорет халҡы шулай уҡ ноябрҙә Өфөлә үтәсәк бишенсе бөтә Рәсәй Әсәләр форумына делегаттар һайланы.