10 декабрь, Шәмбе

26 октябрь 2011 йыл, 10:44

Рөстәм Хәмитов XXI тын алыу органдары ауырыуҙары буйынса милли конгресты асыу тантанаһында сығыш яһаны

автор: Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин

25 октябрҙә Өфөнөң Конгресс-холында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов XXI тын алыу органдары ауырыуҙары буйынса милли конгресты асыу тантанаһында булды, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

— Был ҙур, мөһим конгресты үҙебеҙҙә үткәреү беҙҙең өсөн оло хөрмәт. Башҡортостан Республикаһында уны тәүгә ҡабул итәбеҙ, һәм һеҙҙең Өфөлә булыуығыҙ иҫтә ҡалырлыҡ матур булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов, медицина форумында ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп.

Башҡортостан кеүек эре субъекттың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе лә көслө, тине ул.

— Беҙҙә 15 меңгә яҡын табиб эшләй. Федераль һәм республика һаулыҡ һаҡлау бюджеттары берлектә 15 миллиард һум самаһы тәшкил итә, яҡынса бер табипҡа – берәр миллион һум. Был күп кеүек тойола. Әммә һанай китһәк, был миллион иҫәбенә табиптың эш хаҡы инә, артабан һәр табипҡа өсөшәр медицина хеҙмәткәре тура килә — был эш хаҡтарын да өҫтәйек, йәнә дауаханаларҙың торошон ҡарау. Үҫеш өсөн аҙ ғына сумма ҡала. Был аҡсалар беҙгә етмәй, шунлыҡтан ресурстарҙы йәлеп итеү менән бергә беҙгә яңы стратегия, медицинаны үҫтереүҙә яңы юлдар табырға кәрәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.

Рөстәм Хәмитов бер нисә һан менән таныштырҙы. 1950 йылда Башҡортостанда үлем һаны бөгөнгөгә ҡарағанда кәмерәк булған: бер мең кешегә 11,2 үлгән кеше тура килгән, ә 2010 йылда был һан – 13,2, тип билдәләне Президент.

— Һаулыҡ һаҡлау ҡеүәте үҫешә кеүек, яңы препараттар, ҡорамалдар ҙа булдырыла. Әммә ни өсөн улай? Бәлки, конгресс был һорауға яуап бирә алыр.

— Ҙур аҡса ла һалабыҙ, заманса ҡорамалдар ҙа һатып алабыҙ, әммә күрһәткестәр шатландырырлыҡ түгел. Бында ниндәйҙер хикмәт бар. Һәм ҡасандыр ғалим булараҡ миндә был һорау ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, — тине Президент.

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ республикала мең кешегә тын юлдары ауырыуҙарынан үлгән 0,7-0,75 кеше тура килеүен билдәләне.

— Ҡыҙыҡлы хәл күҙәтелә: ҡалаларҙа тын алыу органдары ауырыуы менән һирәгерәк сирләйҙәр. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер райондарҙа бындай сирлеләр һаны, республика кимәле менән сағыштырмаса, күпкә юғарыраҡ. Ҡайһыларында хатта ун тапҡырға. Яҡшы экология, тәбиғәт булыуға ҡарамаҫтан, ауырыуҙар һаны күберәк.

Президент рәсми һүҙ менән түгел, ә  «Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ресурстар һалыуҙың һөҙөмтәлелеген нисек арттырырға? Ни өсөн экологик яҡтан таҙа ауылдарҙа тын алыу органдары ауырыуы күпкә юғарыраҡ?» кеүек һорауҙарға яуап табырға теләгән кеше булараҡ сығыш яһауын билдәләне. Президент республика ғалимдарына ошо һорауҙарға яуап табыуҙарын һорап мөрәжәғәт итте. Был хәлде тикшереү миңә һәм, әлбиттә, һеҙгә лә ҡыҙыҡ булыр, тине Рөстәм Хәмитов.