11 декабрь, Йәкшәмбе

25 октябрь 2011 йыл, 18:12

Рөстәм Хәмитов Германия Федератив Республикаһының эре компаниялары вәкилдәре менән осрашты

автор: Людмила Терновая | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 25 октябрҙә Германия Федератив Республикаһының эшлекле даирәһе делегацияһы менән осрашты. Уның составына үҙ өлкәһендә донъя кимәлендәге лидерҙар — эре компаниялар һәм холдингтар вәкилдәре ингән. Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров ҡатнашты.

— Беҙ республикаға килгән ҡунаҡтарыбыҙға һәр саҡ шатбыҙ, әммә айырыуса күп йылдар дауамында дуҫ булғандарҙың ҡәҙерен беләбеҙ. Германиянан коллегаларыбыҙ ҙа улар иҫәбендә, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов, Германия Федератив Республикаһының эшлекле даирәһе делегацияһын сәләмләп.

Республика Президенты һуңғы ун йылда немец эшҡыуарҙарының эшлекле бәйләнештәр булдырыу өсөн Башҡортостанға бер нисә тапҡыр килеп ҡайтыуы тураһында хәбәр итте.  

— Бөгөн хеҙмәттәшлек өлкәһендә ярайһы ҙур, әммә тулыһынса ғәмәлгә ашырылмаған потенциал бар, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бөгөн күрһәтелгән әүҙемлек әле булған бәйләнештәрҙе үҫтереүгә ныҡ ҡына йоғонто яһар, тип ышанам. Уның һөҙөмтәһендә яңы контракттар төҙөлһөн һәм яңы проекттар тормошҡа ашырылһын ине, тигән теләктәмен.  

Рөстәм Хәмитов, бөгөн Башҡортостан модернизациялау этабында тора, шуға күрә инвесторҙар йәлеп итеү мәсьәләһе айырыуса көнүҙәк, тип билдәләне. Һәм был процестарҙы ҡулайлаштырыу өсөн төбәктә һуңғы йылда закондар сығарыу өлкәһендә ҙур эштәр башҡарылған.

— Башҡортостан Президенты булараҡ мин бөтә инвесторҙарға ҡарата ғәҙел ҡараш буласағын гарантиялайым, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Германия инвесторҙарының Башҡортостан еренә күпләп килеүен теләйем. Беҙҙе машиналар эшләү, ағас эшкәртеү, ауыл хужалығы, химия, ғөмүмән, бөтә йүнәлештәр ҙә ҡыҙыҡһындыра. Берлектәге эшмәкәрлек һөҙөмтәле булһын өсөн мин барыһын да эшләйәсәкмен.  

— Ике ил, Рәсәй менән Германия Федератив Республикаһы араһындағы мөнәсәбәттәрҙең һуңғы йылда йылдам үҫешеүе күҙәтелә, — тип билдәләне үҙенең сиратында Рәсәй йүнәлеше өсөн яуаплы ГФР Иҡтисад һәм технологияар министрлығы вәкиле Андреас Нойманн.

Уның фекеренсә, был Германия Федератив Республикаһы менән Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттары араһындағы иҡтисади бәйләнештәрендә лә сағыла. Андреас Нойманн, Башҡортостан менән Германия Федератив Республикаһы араһындағы мөнәсәбәттәр артабан дауам ителһен һәм киңәйһен, тигән теләген әйтте.

Германия бизнес-берләшмәһе вәкилдәре осрашыуҙа республикала тормошҡа ашырырға әҙер аныҡ проекттар хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, Башҡортостан баҙарына бер нисә йыл ауыл хужалығы культуралары орлоҡтарын ташыған компания Башҡортостанда немец-башҡорт аграр мәктәбен асырға тәҡдим итте. Рөстәм Хәмитов был фекерҙе хупланы.

Республика Президенты Бөрө районында альтернатив шәкәр заводы производствоһы буйынса завод төҙөү, шулай уҡ Стәрлетамаҡтағы «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә яңы производство булдырыу кеүек проекттарҙы ла ыңғай ҡабул итте. Германияның логистик компанияһы бәләкәй габаритлы йөктәр ташыу буйынса тәжрибәһен файҙаланырға тәҡдим итте.  

Республикала тормошҡа ашырылған кохлеар имплантация программаһы буйынса беҙгә яҡшы таныш Карин Ван Моурик Башҡортостанда йәнә бер эшләнмәне – битте протезлауҙы индерергә тәҡдим итте. Әммә бының өсөн, уның әйтеүенсә, төбәк етәкселегенән финанс ярҙамы, шулай уҡ закондар сығарыу базаһына төҙәтмәләр индерергә кәрәк. Республика Президенты тәҡдимде хупланы һәм бөтә ҡыйынлыҡтарҙы ла хәл итергә мөмкин, тип билдәләне.  

Бер нисә немец компаниялары беҙҙең төбәккә нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы, машиналар эшләү, производство ҡорамалдары өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү юлдарын табыу ниәтендә килгән. Ҡайһы бер компаниялар ҡалдыҡтарҙы, шул иҫәптән малсылыҡ ҡалдыҡтарын эшкәртеү өлкәһендәге эшләнмәләрен тәҡдим итергә теләй.

Башҡортостан Президенты, бындай хеҙмәттәшлекте көйләү өсөн республикала бөтә тәүшарттар ҙа бар, тип билдәләне.  

— Беҙҙең төбәк — ышаныслы партнер, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. — Беҙ ҙә бындай бәйләнештәрҙе үҫтереү яҡлы. Республика территорияһында эшләргә ҡарар итһәгеҙ, хеҙмәттәшлек ике яҡҡа ла файҙалы һәм уңышлы буласаҡ, тип гарантиялай алам. Асыҡлыҡ һәм ғәҙеллек — беҙҙең принцип.

Осрашыуҙы йомғаҡлап, Андреас Нойманн Башҡортостан Президентына киләһе йылда Германияла республика мөмкинлектәренең презентацияһын үткәрергә тәҡдим итте.