Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Өфөнөң Орджоникидзе районында «Йондоҙлоҡ» балалар ойошмаһы лидеры һайланды

Йәмғиәт

«Беҙ – Рәсәй киләсәге» программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Өфөнөң Орджоникидзе районындағы мәғариф учреждениеларында «Һайлауҙар» уҡытыу-эш уйыны үткәрелде. Сара район хакимиәтенең гуманитар һәм социаль мәсьәләләр буйынса идаралығы, райондың территориаль һайлау комиссияһы ойошторҙо. Уйын барышында үҫмерҙәр «Йондоҙлоҡ» балалар район ойошмаһы лидерын һайланы.

Орджоникидзе районында туғыҙ йыл эшләп килгән «Йондоҙлоҡ» балалар ойошмалары ассоциацияһы күпселек йәһәттән мәктәп уҡыусыларының ялын билдәләй. Конкурстар, акциялар, фестивалдәр, волонтерлыҡ эшмәкәрлеге – быларҙың барыһы ла «Йондоҙлоҡ» балалар ойошмалары ассоциацияһы эшенең төп йүнәлештәре. Йәмәғәт ойошмаһын Координация советы етәкләй, уның рәйесен «Һайлауҙар» эш уйыны барышында балалар һайланы.

Был вазифаға кандидаттар һайлау алды программаһын, видеоролик әҙерләгән ине. Бынан һуң фекер алышыу, түңәрәк өҫтәл ойошторолдо, унда 2011-2012 уҡыу йылына «Йондоҙлоҡ» балалар ойошмалары ассоциацияһы эшенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре тикшерелде.

Һайлауҙар йәшерен тауыш биреү менән тамамланды, ул «Новатор» балалар ижады йортонда үтте. «Йондоҙлоҡ» балалар ойошмалары ассоциацияһының һайлау комиссияһы һайлау һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһаясаҡ һәм уларҙы халыҡҡа еткерәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть