6 декабрь, Шишәмбе

25 октябрь 2011 йыл, 16:14

Өфөлә «Таҙалыҡ индустрияһы – 2011» күргәҙмәһе асылды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында «Таҙалыҡ индустрияһы» IV махсус күргәҙмәһе асылды. Уның сиктәрендә тармаҡ белгестәре өсөн «Таҙалыҡ оҫтаһы-2011» конкурсы ла үткәреләсәк.

Сараны асыу тантанаһында Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илдар Әхмәтшин ҡатнашыусыларға һөҙөмтәле эш һәм яңы тәҫьораттар теләне.

— Әлеге сара ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн байрам булып тора, — тип билдәләне ул. – Башҡортостандың сауҙа, дөйөм туҡланыу, ял һәм күңел асыу индустрияһын үҫтереү өсөн ҙур потенциалы бар. Бөгөн сауҙа үҙәктәре, ресторандар, ҡунаҡханалар селтәре әүҙем үҫешә.

Өфөлә профессиональ таҙартыу техникаһы, инвентаре, гигиена һәм санитария тауарҙары, көнкүреш химияһы менән тәьмин итеүселәр үҙенең продукцияһын тәҡдим итә.

Күргәҙмәнең эш программаһы алдынғы брендтарҙың яңы продукциялар линияһын презентациялауҙы һәм практик демонстрациялар үткәреүҙе күҙ уңында тота.

«Таҙалыҡ оҫтаһы-2011» конкурсында профессиональ таҙартыу өлкәһендәге уңыштар һәм алдынғы тәжрибә тәҡдим ителәсәк. Унда ошо тармаҡта эш иткән республиканың 7 компанияһынан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән оҫталар ҡатнашыуы көтөлә.

«Таҙалыҡ индустрияһы-2011» конкурсы үҙ эшен 27 октябрҙә тамамлаясаҡ. Сараны ойоштороусылар — Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты, республиканың Кулинарҙар ассоциацияһы, Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы, Башҡортостан күргәҙмә компанияһы һәм республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы.