3 декабрь, Шәмбе

25 октябрь 2011 йыл, 15:58

Башҡортостан таможняһы бюджетты 8 млрд 700 млн һумға тулыландырҙы

автор: Ғәлиә Нәбиева

— Башҡортостан таможняһы федераль бюджетҡа 8 миллиард 705 миллион һум күсергән, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында ведомство етәксеһе, полковник Валерий Бышовец.

Һөнәри байрамға — Рәсәй Федерацияһы таможня хеҙмәткәрҙәре көнөнә ҡарата ойошторолған журналистар менән осрашыуҙа Башҡортостан таможняһы начальнигы туғыҙ айҙағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһаны.

Валерий Бышовец республика предприятиеларының тышҡы баҙарҙағы әүҙемлеге артыуын билдәләне. Быйыл тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектә ҡатнашҡан 160 предприятиеға таможня рөхсәт биргән һәм декларация яһаған.  

Республика хеҙмәте башлығы һүҙҙәренсә, тышҡы сауҙа әйләнеше төбәктә 2741 млн долларҙан ашҡан. Экспорт — 2283 млн (83,3%), импорт  458,2 млн доллар тәшкил иткән. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, тауар әйләнеше лә артҡан.

Шул уҡ ваҡытта белгестәр тауар экспортының ҡыҫҡарыуын һәм импорттың артыуын билдәләй. Мәҫәлән, сит илгә продукция сығарыу 4,2 процентҡа кәмегән, ә импорт 50 процентҡа тиерлек артҡан. Ведомствола әйтеүҙәренсә, был нефть эшкәртеүҙән алынған продукттарҙың төп өлөшөнөң 26 апрелдән үҙәк энергетика таможняһында декларацияланыуына бәйле.  

Республиканың тышҡы сауҙаһы географияһы ла киңәйгән. Быйыл тағы өс ил менән сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәр булдырылған. Хәҙер Башҡортостандың донъялағы 95 илдә партнерҙары бар.  Урында етештерелгән тауарҙар ҙур күләмдә Финляндияға, Нидерландтар, Ҡытай, АҠШ, Төркиәгә оҙатыла. Үзбәкстандан, Украина, Германия, Ҡытайҙан тауар ҡайтарыла.