Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

«Халыҡ бюджеты» средстволарына Малаяҙҙа хоккей майҙансығы төҙөү планлаштырыла

Сәйәсәт

Башҡортостандың Салауат районында 25 октябрҙә «Халыҡ бюджеты» проекты сиктәрендә халыҡ йыйылышы үтәсәк. Ҡатнашыусылар Малаяҙ ауылында хоккей майҙансығын төҙөү проектын тикшерергә йыйына. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Владислав Килдейәровтың әйтеүенсә, презентацияланасаҡ объектты төҙөү кәрәклеге бәхәсһеҙ.

— Малаяҙ ауылында ике дөйөм белем биреү йорто эшләп килә, унда 900-ләгән бала уҡый. Уларҙың күбеһе спорт секцияларына, шул иҫәптән хоккейға йөрөй, — тине Владислав Килдейәров. — Бөгөнгө көндә Малаяҙҙа хоккей майҙансығы бар, әммә ул бөтә талаптарға ла яуап бирмәй: кейенеп сисенеү бүлмәләре һәм башҡа уңайлыҡтары юҡ. Беҙ бер нисә проблеманы хәл итәсәк проект әҙерләнек. Беренсенән, йәш хоккейсылар ҡулай шарттарҙа яҡшы боҙҙа тренировка үткәреү мөмкинлеген аласаҡ. Икенсенән, һуңғы арала әүҙем ваҡыт үткәреүгә ынтылған ауыл халҡы ла яңы спорт объектында шөғөлләнә аласаҡ. Бөгөнгө көндә проект документацияһы тулыһынса әҙер, проект хаҡы – алты миллион һум.

Владислав Килдейәровтың билдәләүенсә, объект йәй көндәрендә лә файҙаланыласаҡ. Унда баскетбол, футбол кеүек уйын төрҙәре өсөн дә шарттар булдырыласаҡ.

Халыҡ йыйылышы был проектты Республика адреслы инвестиция программаһына индереүҙең перспективалы һәм маҡсатҡа ярашлы булыу-булмауын билдәләргә тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть