11 декабрь, Йәкшәмбе

25 октябрь 2011 йыл, 13:49

Күмертау авиация предприятиеһы Ҡытайҙы вертолеттар менән тәьмин итәсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Күмертау авиация производство предприятиеһы Ҡытайҙы Ка-32А11ВС вертолеттары менән тәьмин итәсәк. Был туралағы килешеүгә «Оборонпром» берләшкән сәнәғәт корпорацияһына ҡараған «Рәсәй вертолеттары» холдингы менән Ҡытайҙың Ордос ҡалаһының йәмәғәт хәүефһеҙлеге буйынса баш идаралығы ҡул ҡуйған.

Күп маҡсатлы Ка-32А11ВС вертолеты Күмертау предприятиеһында етештерелә, ул «Simplex» янғын һүндереү системаһы, горизонталь һыу пушкаһы һәм ВСУ-5 улағы менән йыһазландырылған. Быйыл август айында «Рәсәй вертолеттары» холдингы вертолет һатып алыуға тендерҙа еңгән. Вертолеттар поставкалау 2012 йылдың сентябренә планлаштырылған.

Ка-32А11ВС вертолетының конструкцияһына һалынған юғары эксплуатацион сифаттар комплексы был вертолет моделен янғын һүндереүҙә һөҙөмтәле файҙаланыу мөмкинлеген бирә. Быны Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы подразделениелары составында, шулай уҡ Испания, Португалия, Әзербайжан, Болгария, Греция һәм Көньяҡ Кореяның ҡотҡарыу хеҙмәттәрендә файҙаланыу тәжрибәһе лә раҫлай.

Вертолеттың юғары энергетик ҡеүәте биш тоннаға ҡәҙәр һыу ташыу мөмкинлеге бирә. Күмертау авиация производство предприятиеһынан хәбәр итеүҙәренсә, ул ҡуйы төтөн һәм саң булғанда ла оҙайлы эш алып бара ала. Ка-32А11ВС нефть ташыусы танкерҙарҙағы һәм бактарҙағы, яғыулыҡ, химия һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте предприятиеларындағы, бейек йорттарҙың үрге ҡатындағы һәм ҡыйыҡтарындағы янғындарҙы һүндереүгә һәләтле. Вертолетты урман янғындарында һаҡлау һыҙаттарын булдырыуҙа ла ҡулланырға мөмкин.

Бөгөнгө көндә 140-тан ашыу машина эшләнгән, улар 30-ҙан ашыу илдә ҡулланыла. Ҡытайҙа әлеге ваҡытта бер Ка-32А11ВС вертолеты бар, ул Ҡытай Поляр тикшеренеүҙәр институтында үҙ бурысын үтәй.