9 декабрь, Йома

25 октябрь 2011 йыл, 13:25

Бөгөн – күренекле башҡорт телсеһе һәм этнографы Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Бөгөн, 25 октябрҙә, күренекле ғалим-этнограф, төркиәтсе, яҙыусы Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл тула.

Ул Башҡортостандың әлеге Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында тыуған. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» белгеслеге буйынса Өфө педагогия училищеһын тамамлағандан һуң, Мәскәү педагогия сит телдәр институтына юлланған, унда немец филологияһын өйрәнгән.

Юғары белем алып, Кейекбаев урта мәктәптәрҙә немец, инглиз һәм рус телдәрен уҡытҡан. 1948 йылдан Башҡорт педагогия институтында доцент, профессор булып эшләгән, башҡорт теле кафедраһы мөдире булған.

1960 йылда башҡорттар араһында тәүге филология докторы булған. Кейекбаев профессор, СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Николай Дмитриевтың ғилми теорияһын дауам итеүсе булған. Илленән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.

Кейекбаевтың оло хеҙмәте Ленин ордены һәм «Почет билдәһе» менән билдәләнгән. Ул РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре исемдәренә лайыҡ булған.

Жәлил Кейекбаев исемен Өфөнөң Совет районы урамы йөрөтә, Башҡорт дәүләт университетында ғалимдың мемориаль кабинеты асыҡ. Ҡаранйылға ауылында Жәлил Кейекбаев исемендәге музей эшләй, урта мәктәп тә уның исемен йөрөтә.

Шулай уҡ Кейекбаев уҡыуҙары, төрлө ижади кисәләр, төбәк һәм халыҡ-ара кимәлдә форумдар, конференциялар үткәрелә. Шулай итеп, ғалимдың тыуған ерендә, Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында, ижади кисә үткәрелде, Башҡортостандың күпселек райондарында конференциялар үтә. Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт университетында «Профессор Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев һәм уның Урал-Алтай һәм төрки филологияһы үҫешенә индергән өлөшө» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үтәсәк. Ноябрҙә Ғафури районы Сәйетбаба ауылында яҙыусының тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары форумы уҙғарыласаҡ.