5 декабрь, Дүшәмбе

25 октябрь 2011 йыл, 12:17

Өфөлә шәкәр диабетынан яфаланған пациенттар өсөн белем биреү үҙәге асыла

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Өфөнөң 46-сы поликлиникаһы базаһында шәкәр диабетынан яфаланған пациенттар өсөн республика белем биреү үҙәге эшләйәсәк. Уны асыу тантанаһы 26 октябргә билдәләнгән.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, әлеге ваҡытта, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы эксперттары баһалауы буйынса, Рәсәйҙә 8 миллион самаһы кеше шәкәр диабетынан яфалана. Үлемгә килтергән сәбәптәр исемлегендә диабет һәм унан һуң өҙлөгөү йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология сирҙәренән һуң өсөнсө урында тора. Башҡортостан Республикаһында ике типтағы шәкәр диабеты менән ауырыған 75 меңдән ашыу пациент теркәлгән, шуларҙың 650-һе – балалар.

Был хроник сирҙе уңышлы дауалау һәм ауырыуҙарҙың йәшәү сифаты күп осраҡта дауалаусы табиптың күрһәтмәләрен теүәл үтәүҙән тора. Тап ошо маҡсат менән Өфөлә шәкәр диабетынан яфаланған пациенттар өсөн белем биреү үҙәге эшләй башлаясаҡ. Үҙәк фармацевтик компанияларҙың береһенең ҡатнашлығында ҡала хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау идаралығы менән ойошторолған.

темалар: һаулыҡ һаҡлау