8 декабрь, Кесе йома

25 октябрь 2011 йыл, 11:52

Тәүге тапҡыр Өфөлә тын юлдары ауырыуҙары буйынса милли конгресс үтәсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Тын юлдары ауырыуҙары буйынса XXI милли конгресс 25-28 октябргә билдәләнгән. Ул тәүге тапҡыр Өфөлә Конгресс-холл майҙанында үтәсәк, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Күләмле сарала Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының Пульмонология фәнни-тикшеренеү институты директоры, Рәсәй медицина фәндәре академияһы академигы, профессор Александр Чучалин етәкселегендәге илдең алдынғы пульмонологтары ҡатнашасаҡ.

Дисциплина-ара характерҙағы конгресс тын юлдары ауырыуҙарын диагностикалау, дауалау, реабилитациялау буйынса квалификация күтәреү өсөн республиканың дауалау эше буйынса баш табиптарын, табип-терапевтарҙы, дөйөм практика табиптарын, педиатрҙарҙы, фтизиатрҙарҙы, нур ауырыуҙары һәм функциональ диагностика буйынса белгестәрҙе йыясаҡ. Конгресс саралары сиктәрендә табиптар өсөн мәктәптәр, лекциялар, симпозиумдар һәм клиник обходтар үткәреү ҙә планлаштырылған.