6 декабрь, Шишәмбе

25 октябрь 2011 йыл, 11:27

Башҡортостан вәкилдәре Баҡыла төрки телле илдәр медиа-форумында ҡатнашасаҡ

автор: Әлим Фәйезов

Был аҙнала, 27-30 октябрҙә, Баҡыла II төрки телле илдәр медиа-форумы үтәсәк. Уны ойоштороусы булып Әзербайжан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Киң мәғлүмәт сараларын үҫтереүгә ярҙам итеү буйынса дәүләт фонды менән берлектә Әзербайжан Матбуғат советы сығыш яһай. Форумда Әзербайжан, Рәсәй Федерацияһы, Төркиә, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан һәм Төркмәнстан киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Сарала ҡатнашыусылар киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлегенең төрлө аспекттарын, бөгөнгө заманда уларҙың урыны һәм ролен тикшерәсәк. Форум ултырыштары барышында төрки телле илдәрҙең берҙәм мәғлүмәт киңлеген булдырыу мәсьәләһе буйынса фекер алышыу буласаҡ.

Татарстан вәкилдәре лә ҡатнашҡан Рәсәй Федерацияһы делегацияһы составында Башҡортостан исеменән медиа-форумда Башҡортостан Республикаһының РФ Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Шамил Тикеев һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррир урынбаҫары Алик Шакиров сығыш яһаясаҡ.