6 декабрь, Шишәмбе

25 октябрь 2011 йыл, 10:59

Йәрмәкәй районында ауыл халҡы үҙ көсө менән юл төҙөгән

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Йәрмәкәй районының Түбәнге Олойылға ауыл советында 500 метр оҙонлоғондағы яңы юл төҙөлгән. Дөйөм өмә һәм шәхси техникаһы булған граждандарҙы йәлеп итеү арҡаһында уны төҙөү 95 мең һумға барып баҫҡан.

Бындай үҙенсәлекле вариант район етәкселеге менән тәҡдим ителгән, ә халыҡ был башланғысты күтәреп сыҡҡан. Экскаватор, грейдер һәм тейәгес юлсыларҙан ҡуртымға алынған, төҙөлөш материалдары иһә ауыл янындағы карьерҙарҙан алынған.

Йәрмәкәй районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сифатлы яңы юл бер нисә көн эсендә ҡалҡып сыҡҡан. Төҙөлөш барышында һәр йорт хужаһы төп юлдан үҙенең ҡапҡаһына тиклем ҡырсынташ һәм юлдарҙы ямғыр һыуынан йыуылыуҙан һаҡлаясаҡ торбалар һалыу мөмкинлеген тапҡан. Был уңыштан рухланып, ауыл халҡы юлда артабан дауам итергә теләк белдергән.  

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ауыл биләмәләре территорияһын төҙөкләндереү буйынса муниципаль берәмектәргә ярҙам итеү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйғайны. Был документҡа ярашлы, һәр ауыл 100-әр мең һум ярҙам ала. Йәрмәкәй районының Түбәнге Олойылға ауыл советында яғыулыҡ-майлау материалдарына һәм махсус техниканы арендалауға сығымдар тап ошо суммға барып баҫҡан. Бындай эштәрҙе башҡа ауылдарҙа ла йәйелдерергә ҡарар ителгән. Сөнки райондағы һәр ауылда яҡшы юл япмаларына мохтаж урамдар бар.