Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.41 ↓

EUR 69.64 ↑

28 июль, Йома

Уфа   °

Өфөлә йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк

Иҡтисад

22 ноябрҙә Өфөлә йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк. Йәш өфөлөләрҙе эш менән тәьмин итеү, шулай уҡ йәштәрҙе бөгөнгө хеҙмәт баҙары шарттарына яраҡлаштырыу сараның төп маҡсаты булып тора.

Вакансиялар йәрминкәһен ойоштороусылар — Өфө хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты һәм ҡаланың йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге. Ноябрҙә үтәсәк йәрминкә йәштәргә эш эҙләүҙә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән күп һанлы сараларҙың һуңғыһы булмаҡсы. Саралар араһында – бер нисә тапҡыр үткәрелгән «Йәштәргә эш!», «Карьера көнө» акциялары, шулай уҡ ваҡытлыса мәшғүллек буйынса йәрминкә, уларҙа, ғәҙәттә, меңдән алып мең ярымға тиклем йәштәр ҡатнаша.

Йәрминкә Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса урынлашҡан Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә үтәсәк. Башлана – 15 сәғәттә.

Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең предприятиелар менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ирина Турчина һүҙҙәре буйынса, студенттар лекцияларын ҡалдырмайынса, сараға дәрестән һуң килә алһын өсөн, вакансиялар йәрминкәһе шулай һуң үткәрелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть