5 декабрь, Дүшәмбе

25 октябрь 2011 йыл, 9:57

Александр Никерин «Йәш сәйәсәт» III округ йәштәр форумында ҡатнаша

автор: Эльмира Сабирова

«Йәш сәйәсәт» III округ йәштәр форумы быйыл Сыуашстанда үтә. Йола буйынса унда округ төбәктәренең йәштәр парламенты, сәйәси партиялары, «Изге Ихтыяр» ирекле йәштәр хәрәкәте вәкилдәре, Бәләкәй дәүләт идараһы академияһында белем алыусылар, Волга буйы федераль округының йәштәр мәсьәләләре буйынса власть органдары вәкилдәре ҡатнаша. Башҡортостан исеменән форумда йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин ҡатнаша.

Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сара сиктәрендә йәштәрҙең социаль проблемалары һәм уларҙы хәл итеү юлдары тикшерелгән. Әлеге ваҡытта йәштәр сәйәсәтенә ҡағылған төрлө темалар буйынса фекер алышыу майҙансыҡтарында эш алып барыла.

Форум эше һөҙөмтәләре буйынса резолюция ҡабул ителәсәк.