8 декабрь, Кесе йома

25 октябрь 2011 йыл, 9:26

Рөстәм Хәмитов Вилдан Яруллин һәм Салауат Фәтхетдинов менән осрашты

автор: "Башинформ"

24 октябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Вилдан Яруллин һәм Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Татарстандың халыҡ артисы Салауат  Фәтхетдинов менән осрашты.

Вилдан Яруллин һәм Салауат Фәтхетдинов Башҡортостан Президентына «Салауат күпере» тип исемләнгән яңы ижади проект тураһында һөйләне. Ул мәҙәни һәм рухи бәйләнештәрҙе артабан нығытыуға булышлыҡ итәсәк. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар, Башҡортостандың күп ҡырлы һәм бай рухи мәҙәниәте әле донъя кимәлендә тулы күләмдә күрһәтелмәгән, тип билдәләне.

Идея авторҙары бөтә ил буйынса күсмә концерттар ойошторорға ниәтләй, унда Башҡортостан менән Татарстандың популяр музыкаль коллективтары һәм башҡарыусылары, шулай уҡ Үзбәкстандың легендар «Ялла» вокаль төркөмө йәлеп ителәсәк.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тәҡдимде хупланы һәм яңы ижади проектта ҡатнашыусыларға уңыштар теләне, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.