5 декабрь, Дүшәмбе

24 октябрь 2011 йыл, 17:12

Өфөлә вакансиялар кәмей

автор: Галина Бахшиева

Бер вакантлы эш урынына Өфөлә, әүәлгесә, берәүҙән әҙерәк кеше тура килә. Баш ҡаланың хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлек коэффициенты бөгөн 0,72-гә тиң. Уҙған аҙна аҙағына ҡарата ҡалала эшһеҙлек кимәле 1,6 процентты тәшкил иткән.

Шуның менән бергә, Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендәге вакансиялар банкында әлегә 13 меңдән ашыу буш эш урыны иҫәпләнә. Бер ай элек кенә вакансиялар өс меңгә күберәк ине.  

«Башинформ» агентлығына Өфөның Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың баш ҡалаһында рәсми рәүештә теркәлгән 8750-нән ашыу эшһеҙ иҫәпләнә, шуларҙың 7800-ө пособие ала. Әлеге ваҡытта йәмғеһе 9500 кеше ҡаланың хеҙмәт биржаһында иҫәптә тора.

темалар: хеҙмәт баҙары