9 декабрь, Йома

24 октябрь 2011 йыл, 17:01

Тажикстан Рәсәй менән күп яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләй

автор: Евгений Рәхимҡолов

Тажикстан Рәсәй менән иҡтисад, хәрби хеҙмәттәшлек, мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу һәм үҫтереү өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеүҙе үҫтермәксе. Дәүләт-ара кимәлдәге мөнәсәбәттәрҙән тыш, был ил Рәсәй төбәктәре менән дә бәйләнеш булдырырға теләй. Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип ителгән йылда Өфөлә Тажикстан консуллығы осраҡлы ғына асылманы, ул Рәсәй Федерацияһының 14 субъекты менән эш алып бара.

Рәсәй менән Тажикстан араһындағы мөнәсәбәттәрҙең үҫеш перспективалары хаҡында Тажикстан Республикаһының Өфөләге Генераль консулы Содик Имомовтың «Башинформ» агентлығына биргән тулы интервьюһында уҡығыҙ: http://www.bashinform.ru/podrob/405833/.