7 декабрь, Шаршамбы

24 октябрь 2011 йыл, 16:36

Илеш районында бер нисә яңы производство сафҡа индерелде

автор: Людмила Терновая

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһы көндәре дауам итә. Уҙған ял көндәрендә республиканың Илеш районы байрам сараларын үткәреү майҙанына әүерелде. Был хаҡта ER.RU хәбәр итә.

Рәсми делегация составына БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, «Эшлекле Рәсәй» йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе рәйесе, партияның төбәк бүлексәһе ҡарамағындағы Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү һәм уны үҫтереү буйынса советы рәйестәше Рафаэль Мәрҙәншин инде.

Район үҙәгендә урынлашҡан «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар ҡабул ителде. Ошо уҡ көндө яңы баҙар майҙанында көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәһе үтте. Республика райондары һәм ҡалалары хужалыҡтары һәм предприятиелары үҙҙәренең продукцияһын тәҡдим итте.

Делегация шулай уҡ Үрге Йәркәй ауылындағы 86-сы һөнәрселек лицейына барҙы, уҡыу йортонда класс-кабинеттарҙы, производство биналарын ҡарап сыҡты, 330-ға яҡын йәштәр белем алған лицей эшмәкәрлеге менән танышты. Лицейҙа эшләп килгән «Йәйғор» халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡунаҡтарҙы бейеүҙәре менән ҡыуандырҙы.

Берҙәм рәсәйлеләр «Берҙәм Рәсәй» көндәре сиктәрендә бер нисә производство объекттарын асыу тантанаһында ла ҡатнашты. Муниципаль район хакимиәте башланғысы менән асылған «Илеш икмәге» муниципаль унитар предприятиеһы комбинаты ла улар иҫәбендә. Производстволағы бөтә эштәр циклы ла автоматлаштырылған. Тәүге продукция сауҙа нөктәләре кәштәләренә оҙатылған. Комбинат тәүлегенә 20 төргә тиклем икмәк-ҡалас изделиелары сығарасаҡ, тип күҙаллана. Яҡын арала кондитер цехын асыу планлаштырыла.

Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында Автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү үҙәге лә асылды. Үҙәк ауыл хужалығы техникаһы һатыу һәм йөк машиналарын хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнәсәк. Байрам сиктәрендә райондағы Рысай ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты менән реконтрукциянан һуң яңыртылған ит комбинаты ла асылды.