Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған халыҡ-ара конференция үтәсәк

Йәмғиәт

27 октябрҙә Башҡорт дәүләт университетында ғалимдың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Профессор Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев һәм уның Урал-Алтай һәм төрки филологияһы үҫешенә индергән өлөшө» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үтәсәк. Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, Башҡорт дәүләт университеты, БашДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты.

Форумда Рәсәй төбәктәре (Башҡортостан, Татарстан, Ҡалмыҡстан, Ҡабарҙы-Балҡар, Чечня, Якутия, Төмән, Ханты-Манси, Мәскәү), Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркиә һәм Болгария филологтары, философтары һәм тарихсылары ҡатнашасаҡ.

Университеттың йыйылыштар залында 11 сәғәттә үтәсәк пленар ултырыштан һуң, ете йүнәлеш буйынса секция ултырыштары уҙғарыласаҡ. Шулай уҡ конференция сиктәрендә билдәле башҡорт телсеһе, педагог Закир Шакировтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған секция үткәреләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть