4 декабрь, Йәкшәмбе

24 октябрь 2011 йыл, 15:29

Рөстәм Хәмитов муниципаль телерадиокомпаниялар журналистары менән осрашты

автор: «Башинформ»

22 октябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика йортонда төбәктә эшләүсе муниципаль телерадиокомпаниялар журналистары менән осрашты. Республика башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, муниципаль телерадиокомпаниялар журналистары менән ул тәүгә осраша. Президент һүҙҙәренсә, осрашыу уның башланғысы менән үткәрелгән, муниципаль телерадиокомпаниялар журналистары менән ул үҙе осрашырға теләк белдергән.

Рөстәм Хәмитов республиканың бөгөнгө торошо, Президент булараҡ уға ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәклеге хаҡында ентекле һөйләне.

— Тормош асыҡ булырға тейеш, — тине Президент. – Бер ниндәй ҙә йәшерәһе серҙәр юҡ. Бындай осрашыуҙарҙы өгөт-нәсихәт әйтеүгә әйләндерергә теләмәҫ инем. Был дөрөҫ түгел. Һеҙ миңә хәл ителмәгән мәсьәләләр, проблемалар хаҡында һөйләгеҙ. Минең өсөн был бик мөһим. Миңә кире бәйләнеш кәрәк. Шуға күрә көн һайын ябай кешеләр менән осрашырға тырышам. Кисә күп фатирлы йорт советын һайлауҙа булдым. Бик ҡыҙыҡлы аралашыу булды. Кешеләр ҙә ябай, теремек. Бындай осрашыуҙар төрлө форматтарҙа дауам итеп торасаҡ. Һеҙ күреп тораһығыҙ – мин асыҡ булырға тырышам. Шуны уҡ минең менән осрашыусы кешеләрҙән дә талап итәм.

Власть халыҡҡа таянмайынса йәшәй алмай, тине Рөстәм Хәмитов.

— Беҙҙең республика өсөн бөгөн властың яңы сифатҡа күсеүе көнүҙәк мәсьәлә булып тора, уны «халыҡ өсөн эшләү» тип атарға булыр ине, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Һуңғы йылдарҙа халыҡ начальниктарға, радио, телевидение, гәзиттәр аша еткерелгән мәғлүмәттәргә ышанмай башланы. Ҡасандыр үҙ көсөн юғалтҡан «сарафан радиоһы» йәнә әүҙемләште. Имеш-мимеш хәбәрҙәр бөтә йәмғиәттә тарала. Был хәл дөрөҫ түгел.

Халыҡтан алыҫлашҡан власть һөҙөмтәләргә ирешмәй, тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. Шунлыҡтан иҡтисади үҙгәрештәр ҙә индерә алмай. Йылдамлыҡ юғала. Халыҡҡа кәрәкле нәмәләр – йәшәү сифатын арттырыу, ябай кешенең тормошон яҡшыртыу юғала.

— Кеше бөгөнгөһө менән һәм киләсәккә өмөт итеп йәшәй. Үҙе өсөн булмаһа ла, балалары, ейәндәре өсөн яҡты киләсәк көтә. Был бик мөһим. Халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе мөмкин тиклем кәметеү өсөн власть һөҙөмтәле, системалы, асыҡ булырға тейеш. Был осраҡта барыһы ла килеп сығасаҡ. Әлбиттә, халыҡ власть структураларына ярҙам итергә тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов.

Осрашыу барышында күп төрлө, Президент әйтеүенсә, «бик ауыр» мәсьәләләр ҡуҙғатылды.

— Был мәсьәләләрҙе берәү ҙә йәшереп ҡалдырырға йыйынмай, — тип белдерҙе осрашыу аҙағында Рөстәм Хәмитов. – Оппозицияның ҡайһы бер өлөшө был проблемаларҙы килтереп сығарыуы менән ғорурланмаһын. Беҙ үҙебеҙ уларҙы ҡуҙғатабыҙ. Беҙ үҙебеҙ улар тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшеү яҡлы. Бындай һөйләшеү мин Президент булған осор дауамында – йылдан ашыу ваҡыт бара инде. Тейешенсә көс һалып, халыҡтың йәшәү сифаты өсөн борсолоп эшләһәң, Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһы иң ауыры.

темалар: бр президенты