8 декабрь, Кесе йома

24 октябрь 2011 йыл, 14:37

Белоретта етемдәр торлаҡлы булды

автор: Әлим Фәйезов

Бөгөн Белорет районы муниципаль район хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы Владислав Миронов Рәис Аллаяров менән уның һеңлеһе Регина Аллаяроваға тантаналы шарттарҙа шәхси торлаҡтарынан асҡыстар тапшырҙы. Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең «Етем балаларҙы һәм ата-әсәләр ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы торлаҡ биналар менән тәьмин итеү тураһында»ғы ҡарарына ярашлы, Рәис менән Регина өсөн республика бюджеты средстволары иҫәбенә коммуналь фатирҙан ике бүлмә һатып алынған.

Рәис менән Регинаның ата-әсәһе ата-әсәлек хоҡуҡтарынан мәхрүм ителгән, һәм 2004 йылдан бирле уларҙы өләсәләре Хәлимә Вәли ҡыҙы тәрбиәләгән. Регина Белорет металлургия колледжының икенсе курсында уҡый. Рәис, II төркөм инвалиды, Белореттағы 7-се махсус мәктәпте тамамлаған.

— Беҙ балалар, айырыуса ауыр хәлдә ҡалғандары хаҡында хәстәрлек күрергә тейешбеҙ. Һәм дәүләт өсөн бындай балаларҙың тормошонда ҡатнашыуҙа иң мөһиме – уларға торлаҡ һатып алып биреүҙә ярҙам итеү. Бөгөн йәштәр менән беҙҙең шатлыҡтарыбыҙ уртаҡ, Регина менән Рәистең хәҙер үҙ өйө бар, — тине район хакимиәте башлығы Владислав Миронов. Ул ағалы-һеңлелеләрҙе тормоштарындағы иң әһәмиәтле ваҡиға айҡанлы ҡотланы һәм уларға һаулыҡ, бәхет, именлек һәм уңыштар теләне, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.