Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Мәсетле районында «Берҙәм Рәсәй» көнө үтте

Сәйәсәт

Көн элгәре Мәсетле районында «Берҙәм Рәсәй» көнө үтте. Берҙәм рәсәйлеләр делегацияһы етәксеһе, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рафаил Зинуров, Мәсетле районы хакимиәте башлығы Иван Могильников һәм башҡа партия ағзалары Оло Ыҡтамаҡ ауылының Революцион урамында балалар майҙансығын асыуҙа ҡатнашты, «Атлант» спорт стадионын ҡараны. «Берҙәм Рәсәй» партияһының алдағы һайлауҙарҙа агитаторҙары, участка һайлау комиссиялары рәйестәре, ветерандар советы рәйестәре, мәктәп директорҙары, предприятие, ойошма, учреждение етәкселәре араһында партия ағзалары һәм партия яҡлылар, ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашыуҙар үткәрелде. Осрашыуҙарҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһының Мәсетле районында ҙур абруй ҡаҙаныуы билдәләнде, сөнки ул тормошҡа ашырған социаль-иҡтисади үҫеш проекттары төбәктә һиҙелерлек һөҙөмтәләр бирә.

Делегаттар был көндә Оло Ыҡтамаҡ лицейында сығарылыш һәм башланғыс кластарҙа асыҡ дәрестәр ҡараны, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған республика телевизион фестиваль-марафоны ҡатнашыусыларын сәләмләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть